Башҡортостан закондар сығарыу буйынса иң алда

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, беҙҙең төбәк закондар сығарыу башланғыстары федераль закон статусына эйә булған төбәктәр араһында беренсе урында.

– Ғәмәлдәге саҡырылыш ваҡытында Башҡортостан парламенты 63 федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе. Улар барыһы ла көнүҙәк социаль-иҡтисади бурыстарҙы хәл итеүгә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелде. Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай төбәк парламенттары араһында федераль закон статусына эйә булыусы закон сығарыу башланғыстарының һаны буйынса беренсе урынды яуланы, – ти Константин Токачев.