Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: ҡараңғыла, томан төшкәндә, ҡар йәки ямғыр яуғанда йылға, күл өҫтөндәге боҙға сығыу тыйыла. “Боҙға сығыу ярамай”, тигән күрһәткестәрҙе лә иңҡар итеү хәүефле.
Боҙҙоң ҡалынлығын күҙ менән дә билдәләргә мөмкин: үтә күренмәле, күк йәки йәшел төҫтәге боҙ ныҡ була, ә аҡ төҫтәге боҙ ике тапҡырға йоҡараҡ. Һоро йә һары төҫтәге боҙ иң йоҡаһы. Бындай боҙ ҡапыл ярылып китеүсән.
Ғәҙәттән тыш хәлдә кеҫә телефонынан шылтыратыу өсөн номер: 101





