Башҡортостандың 100 йыллығына арналған яңы баҫма

Китапты Республика Конституция суды әҙерләне. 180 биттә 212 рәсем урынлашҡан, был һүрәттәр туғыҙ бүлек һәм 80 мәҡәләне йәнләндерә. Һәр мәғлүмәт башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Республиканың Конституция суды ойошторған конкурсҡа 44 райондан 1600 һүрәт килгән.

“Китап биш мең дана тиражы менән донъя күрҙе. Тәүге баҫмаларҙы беҙ авторҙарға ебәреп тә өлгөрҙөк. Ҡалған тираж алдан бирелгән ғаризалар буйынса Башҡортостандың балалар учреждениелары һәм китапханаларына таратыласаҡ. Һатыуға китап сыҡмай, сөнки баҫма республика бюджеты иҫәбенә нәшер ителде”, - ти БР-ҙың Конституция суды рәйесе Зөфәр Еникеев.