Ауылға ҡайтҡан йәш белгестәр ярты миллион һум аҡса аласаҡ

Был турала Республика Башлығы Агросәнғәт форумының пленар ултырышында иғлан итте.

Фото №1 - Ауылға ҡайтҡан йәш белгестәр ярты миллион һум аҡса аласаҡ

Хәҙер юғары уҡыу йорттарын тамамлап ауылына эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр 500 меңлек бер тапҡыр түләнә торған аҡса аласаҡ. Урта махсус белем алып ҡайтҡандарға 300 мең һум түләнә. Был үткән йылдарға ҡарағанда 5 тапҡырға күберәк. Республика бюджетынан был маҡсат өсөн 70 миллион һум аҡса бүленә, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ