Шаршамбы, 14 мартта, Өфө – Ырымбур юлының 163 саҡрымында ҡурҡыныс авария булған, йәрәхәтләнеүселәр бар.
“ВАЗ-2114” руле артында ултырған 35 йәшлек водитель оло юлға сыҡҡан ваҡытта “Лада Ларгусты” үткәрмәй һәм уның менән төкөлә. Бәрелештән икенсе машина янып китә. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә “Ларгуста”ултырған 42 йәшлек ир менән 60 йәшлек ҡатын төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре ала.
Авария деталдәре асыҡлана.





