Башҡортостанда 19 йәшлек егет хәбәрһеҙ юғалған

Белорет ҡалаһы егете юғалыуы тураһындағы мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә барлыҡҡа килде.

19 йәшлек Айваз Абдуллиндың юғалыуы тураһында 14 мартта хәбәр иттеләр. Егет өйөнән өс көн элек сығып киткән һәм әлегә тиклем уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Туғандары полицияға мөрәжәғәт итте.

Юғалған егеттең ҡылыҡһырламаһы: буйы 180 сантиметр, ҡуңыр сәсле, ҡуңыр күҙле, муйынында баш һөйәге төшөрөлгән татуировка бар.

Айваз Абдуллиндың ҡайҙа икәнлеген белеүселәр булһа 8 965 648 69 13 йәки 02 телефон һандары буйынса хәбәр итеү һорала.