Башҡортостанда 59 йәшлек Тәнзилә Ғәйнетдинованы эҙләйҙәр

Белорет районының Береш ауылында йәшәүсе Тәнзилә Ғәйнетдинова хәбәрһеҙ юғалған.

Тәнзилә Ғәйнетдинова өйөнән 21 февраль сығып киткән, шунан бирле уны бер кем дә күргәне юҡ. Туғандары полиция һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте.

Өйөнән сыҡҡанда ҡатын ерән куртка, ҡара салбар, һоро шапка һәм ҡара итек кейгән булған.

Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларҙы +7 347 924 24 02 йәки 02 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.