“Башҡортостан” дәүләт киностудияһы кастинг иғлан итә

М. Кәримдең “Өс таған” әҫәрен йәнләндерер өсөн башҡорт телендә яҡшы һөйләшкән малайҙар талап ителә.

Фото №1 - “Башҡортостан” дәүләт киностудияһы кастинг иғлан итә

Фильм авторҙары билдәләүенсә, идеаль кандидат 11-12 йәштәрҙәге ябай ауыл малайы ҡиәфәтле булырға тейеш. Балаларҙың фотоһүрәттәрен һәм улар тураһындағы ҡыҫҡаса мәғлүмәтте taganokfilm@mail.ru электрон почтаһына “Кастинг” тигән билдәләмә менән ебәрергә кәрәк.

Фильм режиссеры Айнур Асҡаров. Фильмды 2018 йылдың йәйендә төшөрә башлаясаҡтар.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ