Башҡортостанда һауа торошоноң +1 градусҡа тиклем йылыныуы көтөлә

Йылы циклон республикаға ял көндәрендә килеп етәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда һауа торошоноң +1 градусҡа тиклем йылыныуы көтөлә

Башгидромет үҙәге хәбәр итеүенсә, шәмбе, 17 мартта, төбәктә йылы температура урынлашасаҡ. Айырым райондарҙа епшек ҡар һәм боҙлауыҡ көтөлә. Ҡояш байығандан һуң һауа температураһы -10 градусҡаса төшәсәк.

Иртәгә, 16 мартта, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа еңелсә боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһының республикала төндә -9, -14, көньяҡ-көнсығышта -19, көндөҙ 0, -5, Өфөлә төндә -10, -12, көндөҙ 0, -2 градус һалҡын булыуы күҙаллана.

Алдағы ике көндә ҡар һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә.

Волна
Акции БСТ