Рәсәйҙә июндән юл билдәләре үҙгәрәсәк

Ғәҙәти аҡ төҫлө билгеләр менән бер рәттән һары һәм күк тамғалар барлыҡҡа киләсәк.

Ъ мәғлүмәте буйынса, һары төҫ менән уҙыу тыйылған урындар билдәләнәсәк, күк төҫ менән юл киҫештәре. Ҡалған урындарҙы аҡ һәм һары һыҙыҡсалар билдәләйәсәк.

Шулай уҡ электромобилдәр өсөн көс йыйҙырыу станциялары төҙөү, ә боролоштарҙа махсус уҡ ҡуйыу мөмкинлектәре ҡарала. Бынан тыш, юл киҫештәрендә “вафли” узоры төшөрөү планлаштырыла, бындай урындарға тығын ваҡытында сығырға ярамай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылда уҡ эксперимент рәүешендә “вафли” билдәһе Әй һәм Революция урамдарында, Октябрь проспекты һәм Галле округы, Беренсе май һәм Ульяновтар урамдары киҫешендә төшөрөлгәйне.