Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола

Шәмбе, 17 мартта, баш ҡалабыҙҙа йәнә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Унда Өфө халҡы өсөн аҙыҡ-түлектең киң ассортименты тәҡдим ителә.

Сауҙа ике майҙанда ойошторола: Әхмәтов урамындағы “Тулҡын” скверы алдында һәм Спорт һарайы алдында.

Йәрминкә иртәнге сәғәт ундан көндөҙгө дүрткә тиклем мөмкин буласаҡ, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәте.