2019 йылда Рәсәй ректорҙары советы Өфөлә үтеүе ихтимал

Был башланғысты Рөстәм Хәмитов Мәскәү дәүләт университеты ректоры, Рәсәй ректорҙар союзы Президенты Виктор Садовничий менән осрашыуҙа тәҡдим итте.

Фото №1 - 2019 йылда Рәсәй ректорҙары советы Өфөлә үтеүе ихтимал

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары федераль вуздар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостандың математика мәктәбе ил кимәлендә лә юғары баһалана. Был ҡаҙаныштарҙы тағы ла арттырыу, бәйләнештәрҙе нығытыу, тәжрибә алыу маҡсаты бар, тине Рөстәм Хәмитов.

Виктор Садовничий Башҡортостанда мәғариф өлкәһендәге олимпиада хәрәкәтен әүҙемләштереү мөһим, тип белдерҙе. Был йүнәлеш Рәсәй кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларға юлды киңерәк асасаҡ. Үҙ сиратында төбәктәрҙән федераль юғары уҡыу йорттарына инеүселәр ҙә артасаҡ.

Авторы: Айнур Кәбиров

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ