Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр диктор Әхәт Мотаһар улы Мортазинды һуңғы юлға оҙатты

Күренекле замандашыбыҙ менән хушлашыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында үтте. Әхәт Мотаһар улы 35 йыл ғүмерен Башҡортостандың телевидение һәм радио сәнғәтен үҫтереүгә арнаны. Уның бәрхәт тауышын ишетергә күнеккән тыңлаусылары бөйөк шәхес менән бәхилләшеүҙәренә һаман да ышанып бөтә алмай. Йәмәғәт панихидаһы барышында күптәр уға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Телгә хөрмәте, халҡына, тыңлаусыһына ихтирамы өсөн.

Башҡортостандың алтын тауышы - Әхәт Мотаһар улы Мортазин Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнде. Күренекле замандашыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин