Бындай ҡарар күршеләрҙең ялыуынан һуң сығарылған. Ун бер бесәй йәшәгән фатирҙан еҫ бер-нисә ҡатҡа таралған.
Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, приставтар бесәйҙәр тотҡан ҡатынға быға тиклем бер-нисә тапҡыр иҫкәрмә менән килгән булған. Йорт хайуандарын ҡыуыу буйынса суд ҡарары быйыл ғинуар айында сығарылған.
Бөгөн суд приставтары ҡарары буйынса коммуналь ойошма хеҙмәткәрҙәре фатирҙан бер йөк автомобиле сүп-сар сығарған. Бесәйҙәрҙе ветеринарҙар ҡарағандан һуң зооханаға тапшырғандар.





