«Халыҡ контроле» партия проекты ағзалары Урал аръяғы райондары буйлап рейдҡа сығасаҡ

Эш барышында урындағы йәмәғәт туҡланыу урындары, сауҙа нөктәләре эшмәкәрлеге тикшереләсәк. Ойошмаларҙың хеҙмәтләндереү сифатына айырым иғтибар бүленәсәк.

Шулай уҡ төбәк халҡы менән осрашыуҙар ойоштороу ҡаралған, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле һорауҙарға юристар яуап бирәсәк. Был турала бөгөн «Халыҡ контроле» партия проекты координаторы Гөлнур Ҡолһарина журналистар менән осрашыуында белдерҙе. Йәмәғәт күҙәтеүе өлкәһендә эшмәкәрлекте тулайым көс менән башҡарыу маҡсатында проект ағзалары Роспотребназдор менән дә килешеү төҙөгән. Әйткәндәй, федераль селтәрҙәргә ойошторолған рейдтар барышында башлыса импорт тауарҙарҙың һатылыуы теркәлгән. Башҡортостанда етештерелгән продукцияға, милли ризыҡтар тәҡдим итеүсе туҡланыу урындарына ҡытлыҡ бар. Иң ҙур тәртип боҙоуҙар микрофинанс ойошмаларҙа теркәлгән. Улар закондан ситләшеп, кредит буйынса юғары проценттар ҡуйыуҙан тыш, килешеү төҙөгәндә илке-һалҡылыҡ күрһәтә. Әйтәйек, рейдтарҙың береһендә проект ағзаһы сит кешенең паспорты буйынса бурысҡа аҡса ала. Иғтибарһыҙ микрофинанс ойошма хеҙмәткәренә артабан хоҡуҡ һағындағылар менән һөйләшергә тура килгән.

Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостандың «Халыҡ контроле» партия проекты координаторы: «Шулай уҡ беҙ тикшерҙек балаларҙың ялын, лагерҙарҙы һәм юл ситендәге кафеларҙы, унда ниндәй шарттарҙа халыҡты хеҙмәтләндерәләр. Күбеһендә санитар нормаларҙың боҙолоуы күҙәтелә һәм аҙыҡ-түлекте тейешле кимәлдә һаҡламауҙары».

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина