Сәйәси фирҡәләрҙең күплеге йәмғиәттең әүҙемлеге тураһында һөйләй

Тимәк, халыҡ үҙ иленең киләсәге, социаль-иҡтисади үҫешенә битараф түгел, тине Рөстәм Хәмитов партия вәкилдәре менән әңгәмәлә. Рәсми булмаған аралашыу күп кенә мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеге бирә. Ә уларҙы халыҡ араһынан сыҡҡан партия вәкилдәренән дә яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр, тине төбәк башлығы.

Рөстәм Хәмитов партия вәкилдәре менән өсөнсөгә осраша. Түңәрәк өҫтәл дә йылдан-йыл киңәйә генә. Был яҡшы күренеш, тимәк, халыҡ власть эшенә, илдең киләсәгенә битараф ҡалмай. Ләкин партиялар ҙа исем өсөн генә ойошторолмаһын. Оппозиция ла булырға тейеш, әммә улар ҙа ризаһыҙлыҡ белдереү генә түгел, ә мәсьәләне хәл итеүгә аныҡ башланғыс, үҫеш йүнәлеше тәҡдим итергә тейеш, тине республика етәксеһе.

Осрашыуға был юлы утыҙға яҡын партия вәкилдәре саҡырылды. Уларҙың һәр береһе төрлө өлкәне яҡлап сығыш яһай. Шулай ҙа күп кенә мәсьәләләр, фекерҙәр уртаҡ . Осрашыуҙа саҡырылмаған фирҡәләрҙең теләктәре лә, уларҙы борсоған проблемалар ҙа күтәрелде.

Валерий Аббасов, Рәсәй сәйәси фирҡәләренең Башҡортостандағы бүлексәләре партия-ара советы рәйесе: «Беҙ сәйәси партиялар менән осрашып торабыҙ. Проблемаларҙы уртаға һалып кәңәшләшкәндә борсоған мәсьәләләрҙең уртаҡ булыуы, сәйәси ҡараштарҙың да оҡшаш булыуы асыҡлана. Шуға күрә бер генә башланғыс та ситтә ҡалмай. Закон буйынса партиялар берләшә алмай, әммә кешелек сифаттарынан сығып беҙ бер йүнәлештә тип әйтә алабыҙ».

Йәғни, әүҙем эшләүсе партия үҙ фекерен властарға ишеттереү әмәлен таба. Бер нисә сәйәси фирҡә ағзалары республика парламентында үҙ мандатын алмаһа ла депутаттар менән эшләү, закон проекттарын йәмәғәт тыңлауҙарында ҡарау эшен яйға һалған. Ә бына исем өсөн ойошторолған партиялар алманың бешеп өҙөлөп төшкәнен генә көтөп ята. Бындай фирҡәләргә бер ниндәй парламентта ла урын юҡ, ти депутаттар.

Ике сәғәттән ашҡан рәсми булмаған әңгәмәлә йәмғиәт йәшәйешенә ҡағылышыл бик күп мәсьәләләр күтәрелде. Кәңәш ҡороуҙың бындай форматы күпкә һөҙөмтәлерәк тип билдәләй партия ағзалары. Рөстәм Хәмитов та осрашыуҙың ике яҡ өсөн дә отошло булыуын билдәләп, уны ярты йылға бер үткәреү тәҡдиме индерҙе.

Авторы: Айнур Кәбиров