Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек барышында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк

Бөгөн ике яҡ араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Эре һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр сәйәси кампаниянан ситтә ҡалмаҫ тип көтөлә. Быға тиклем төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге республиканың башҡа предприятие-ойошмалары менән дә бәйләнештәрен нығытҡайны.

18 мартта республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк. Тауыш биреү урындары башлыса мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында урынлашҡан. Меңдән ашыу бина видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған. Был участкаларҙа һайлаусыларҙың яҡынса 61 проценты ҡатнашасаҡ.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина