Башҡортостан мәҙәниәте һәм йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Күренекле диктор, радио һәм телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазин 60-сы йәшендә арабыҙҙан китте. Әхәт Мортазин 1959 йылда Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Әхәт Мотаһар улы ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем радио һәм телевидениела эшләне. Уның сағыу, бәрхәт тауышы яңылыҡтарҙа, көнүҙәк репортаждарҙа яңғырап торҙо. Диктор төрлө сараларҙан тура трансляциялар, концерттар алып барҙы. Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҙә уртаҡлашты.

«Юлдаш» радиоһының яңылыҡтар хеҙмәтенең эш графигына тормош үҙе төҙөтмәләр индерҙе. Бөгөн Әхәт Мотаһар улының эш урыны ла буш тора. Оҙаҡ йылдар дауамында ул тәүгеләрҙән булып редакцияға килеп, иң һуңғы булып өйөнә ҡайтыр ине тип хәтерләй хеҙмәттәштәре. Кисә лә уға иртәнге сығарылыштар өсөн мәғлүмәт әҙерләп эш урынында тотҡарланырға тура килгән.

Яҙылып өлгөрмәгән тапшырыуҙары ҡалды Әхәт Мотаһар улының, тип үкенес белдерә "Юлдаш" радиоһының баш тауыш режиссеры Гөлнур Моталлапова. Арабаҙҙан бик иртә китте, ҡыҙғанысҡа, әле радиола уға алмаш булырлыҡ шәхестәр юҡ тип иҫәпләй, тауыш режиссеры.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас Әхәт Мортазин «Башҡортостан» радиоһына эшкә килә. Оҙаҡ йылдар дауамында иртәнге етелә уның тауышы менән эфир асыла. «Өфө һөйләй» тигән һүҙҙәр «Башҡортостан» радиоһының ғына түгел, тотош республиканың символына әйләнә.

Әхәт Мотаһар улының бәрхәт тауышы республикала үткәрелгән төрлө рәсми тантаналарҙы һәм байрамдарҙы ла биҙәне. Ул алып барған саралар һәр ваҡыт юғары кимәлдә үтте, уның был майҙанда булыуы ғына ла ваҡиғаға мәртәбә өҫтәне тип хәтерләй баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев.

Замандаштары хәтерендә Әхәт Мортазин юғары дәрәжәләге профессионал, ихлас дуҫ һәм талапсан остаз булараҡ ҡалыр.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә көндөҙгө 10-дан 12 сәғәткә тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында үтә. Әхәт Мортазин Өфөнөң Мосолмандар зыяратында ерләнәсәк.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин