Башҡортостанда кеҫә телефоны бурҙары тотолған

Ҡараҡтар Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамындағы элемтә салонының ишеген балта менән асып ингән.

Фото №1 - Башҡортостанда кеҫә телефоны бурҙары тотолған

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, өс бур магазинға инеп 65 мең һумлыҡ тауар - кеҫә телефондарын урлағандар.

Полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе тотоп уларҙан урланған телефондар һәм балтаны алған.

Ғәйепләнеүселәргә ҡарата енәйәт эше асыласаҡ.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ