Хәҙер предприятиенан ағыҙылған һыу күләме 8 тапҡырға тиклем кәмегән. Был тимер сымдарҙы етештереүҙә ҡулланылған химикат алымдарҙы ҡыҫҡартты. Бөгөн яңы ҡоролма рәсми рәүештә эшкә егелде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ла ҡатнашты.
Белорет металлургия комбинатында яңы ҡоролманың файҙаланыуға тапшырылыуына Венер Ғаззалов ҡыуанып бөтә алмай. Тиҫтәнән ашыу йыл тимер сымдар етештереү цехында эшләгән замандашыбыҙ бөгөндән яңы шарттарҙа эш башлай. Производствола ҡулланылған химия артта ҡалды. Хатта, заводта иркен тын алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, ти ул.
Белорет металлургия комбинаты барлығы 15 цехты берләштерә. Тимер эшкәртеү генә объектта 55 йыл самаһы алып барыла. Продукция башлыса тимер юл шпалы, машина эшләү һәм төҙөлөш тармағы өсөн файҙаланыла.
Комбинатта яңы ҡоролманы үҙләштереү 2015 йылда башлана. Ул Тәбиғәтте күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Инвестиция күләме 20 миллион һум тәшкил иткән.
Был яңылыҡ бигерәк тә кислота менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтте. Былтыр ғына ошо цехта махсус ағыулау участкаһы була. Тимер сымдарҙы көйөгөнән айырыу тик кислота ярҙамында мөмкин булған. Хәҙер был процес бер ниндәй химия ҡулланмайынса, механик рәүештә башҡарыла.
Белорет металлургия комбинатынан ағыҙылған һыуҙың экологияға әллә ни зыяны юҡ. Быға бәйле дәғүәләр ҙә теркәлмәгән. Ә яңы ҡоролмаға тиклем 2012 йылда ғына мәҫәлән, урындағы халыҡтан идаралыҡҡа күп тапҡырҙар мөрәжәғәттәр булған. Әле эш башланып ҡына тора. Ҡоролманы комбинат хеҙмәткәрҙәре Италия белгестәре ярҙамында үҙләштерә.





