Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса асыҡ дәрес

Өфөләге Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары менән осрашып, профилактик әңгәмә ҡорҙо.

Дәрес интерактив форматта уҙҙы. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре балалар һәм үҫмерҙәргә реаль тормоштан алынған миҫалдар аша аңлатылды. Өйҙә ут сыға ҡалһа нимә эшләргә? Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ни өсөн кәрәк? Инспекторҙар уҡыусыларға логик һорауҙар биреп тә, белем кимәлдәрен тикшерҙе. Был йәһәттән Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтарында белем алыусылар әҙерлек кимәлдәре яҡшы булыуын күрһәтте.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина