ЗАГС бүлегендә үҙенсәлекле тамаша

Мәләүез районы ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүсе Раиса Бурчина менән Михаил Столяров оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең һөйөүен закон менән нығытты.

Улар Мендельсон маршы оҙатыуында, никах теркәү залына үтеп инде. Кейәүгә - 62, кәләшкә - 80 йәш. Мөхәббәтле парҙың бер-береһенә ихтирамлы булыуҙарына һоҡланып туймаҫлыҡ. Яҙмыш уларҙың икеһенә лә оло һынауҙар ҡуйған. Шунлыҡтан Раиса Бурчина менән Михаил Столяров киләһе көндәрен бергә уҙғарырға, тигән фекергә килә. Мөхәббәтле пар ҡулдарына документ алып, бейеүгә төштө. Мәләүез районы ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, улар бындай үҙенсәлекле, матур тамашаны беренсегә күрә. Әйткәндәй, йыл башынан төбәктә 67 пар законлы никахын теркәгән.

Михаил Столяров, Мәләүез районында йәшәүсе: «Мин ҡатынымды ҡарттар йортонда осраттым. Бер ваҡыт ауырып киттем, ул миңә төрлө дарыуҙар алып килеп, аяҡҡа баҫырға ярҙам итте. Аралаша башланыҡ. Кешене аңлай, тыңлай белә, шуға ла өйләнергә булдым».

Авторы: Фәниә Юланова