Ошо исем аҫтында донъя күргән яңы баҫмала ҡыҙыҡлы, сағыу, фәлсәфәүи һүрәттәр урын алған. Ул йыл дауамында ҡыҙҙар-малайҙар араһында барған республика һүрәттәр конкурсына тәҡдим ителгән эштәрҙән тупланған.
Беренсе тапҡыр ойошторолған ижади бәйгегә 44 район, 9 ҡаланан мең ярымдан ашыу эш ҡабул ителгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурстың маҡсаты балаларҙы хоҡуҡи яҡтан тәрбиәләү, бәләкәйҙән законға таянып эш иткән граждандар итеп үҫтереү. Балаларҙың конституцияның иң ҡатмарлы төшөнсәләрен үҙҙәренсә аңлап, һүрәттәрҙә ҡыҙыҡлы сюжеттар итеп сағылдырыуы яңы баҫмала урын алған. 5 мең дана итеп сығарылған китап һатыуҙа юҡ. Әммә яҡын арала улар иң беренсе сиратта республика район-ҡалаларындағы балалар йорттарына, приют һәм китапханаларға ебәрелер, тип көтөлә. Китапты шулай уҡ электрон вариантта ла уҡырға мөмкин буласаҡ.





