Башҡортостандан 118 меңдән ашыу һайлаусы йәшәү урынынан ситтә тауыш бирәсәк

Бының өсөн улар 12 мартҡа тиклем күп функциялы үҙәктәргә, дәүләт хеҙмәттәре порталына ғариза яҙҙы.

Фото №1 - Башҡортостандан 118 меңдән ашыу һайлаусы йәшәү урынынан ситтә тауыш бирәсәк

Был мөмкинлекте файҙаланып өлгөрмәүселәр йәшәү урыны буйынса үҙ һайлау участкаһына барып та ғариза яҙа ала. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлаусылар менән тура бәйләнеш барышында белдерҙе. Һайлаусылар сәғәт дауамында үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар ишетә алды. Республикала Рәсәй Президенты һайлауына 3 миллион дананан ашыу бюллетень баҫтырылған, уларҙың 71 проценты рус, 12-һе - башҡорт, 7 проценты татар телдәрендә. Телефон аша тура бәйләнеш ваҡытында мөмкинлектәре сикләнгән йәки ҡапыл ауырып китеү сәбәпле һайлау участкаларына бара алмаған һайлаусыларҙан да һорауҙар булды. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, бындай осраҡтарҙа ирекмәндәр хәрәкәте ярҙамға киләсәк . Әммә һайлау участкаһына бара алмау хаҡында 18 март көндөҙгө сәғәт икегә тиклем хәбәр итеү мотлаҡ.

Авторы: Фәниә Юланова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ