Махсуслашҡан балалар йорттарында йәшәүсе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға - уңайлы йәшәү шарттары

Яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙар өсөн учреждениеларҙа ғаилә мөхите булдырылырға тейеш. Ошо хаҡта бөгөн Хөкүмәт президиумы ултырышында, «Һаулыҡ һаҡлау тураһындағы» законға үҙгәрештәр индереү тураһында проект ҡаралғанда әйтелде.

Фото №1 - Махсуслашҡан балалар йорттарында йәшәүсе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға - уңайлы йәшәү шарттары

Һигеҙ айлыҡ ҡына Владиктан ата-әсәһе баш тартҡан. Балалағы даун синдромы тәүге сабыйҙары тыуған йәш ғаиләне ошо аҙымға этәргән. Кескәй генә ҡулдары менән яҡын кешеләрен ҡоса алмаһа ла, малай сәпәкәй итергә өйрәнгән. Яйлап ҡына булһа ла, уның үҫешендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә, ти логопед-дефектолог.

Ә кескәй генә Егор рахиттан интегә. Был йортта йәшәүсе күп баланың ата-әсәһе иҫән, тик улар үҙ бурысын тейешенсә үтәмәй. Сирле кескәйҙәрҙе аяҡҡа баҫтырыу менән тәрбиәселәр шөғөлләнә.

Өфө ҡалаһындағы махсуслашҡан балалар йортонда 4 йәшкә тиклемге 123 сабый тәрбиәләнә. Уларҙың береһе лә сәләмәт түгел. ВИЧ диагнозы менән дә бында килтерәләр.Ҡатмарлы сирҙәрҙән тулыһынса дауалап бөтөп булмаһа ла, сабыйҙарҙың хәлен еңеләйтеү, физик һәм рухи яҡтан үҫтереү өсөн бөтәһе лә эшләнә.

Сәләмәтлекте нығытыу өсөн тренажер залы ла бар. Ата-әсә наҙын татый алмаған балаларға йылы мөхит булдырыу йүнәлешендә эш алып барыла. Төркөмдәргә үҙенсәлекле исемдәр бирелгән - Күбәләктәр,Себештәр, Балыҡтар ғаиләләре. Балалар йортонда тәрбиәләнгән сабыйҙарға ғаилә мөхите булдырыу маҡсатында «Һаулыҡ һаҡлау тураһындағы» законға үҙгәрештәр индереләсәк. Бөгөн улар Хөкүмәт президиумы ултырышында ҡаралды. Яңы проеткҡа ярашлы һәр сабыйҙы ҡараған педагогтар һаны күп булмаҫҡа, йәки бала дүрт йәше тулғансы бер үк тәрбиәселәр ҡарамағында булырға тейеш. Бынан тыш, бала үҙе теләмәһә, уны бер төркөмдән икенсеһенә күсереп йөрөтөү тыйыла.

Әнүәр Бакиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры: «Дүрт йәшкә тиклемге етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар тәрбиәләнгән төркөмдәрҙә балалар һаны алтынан артмаҫҡа тейеш. Уларҙың сәләмәтлеген нығытыу профилле учреждениеларҙа түгел, махсуслашҡан балалар йорттарында ойоштороласаҡ».

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған дүрт йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләүгә махсуслашҡан учреждениелар Өфөнән тыш Стәрлетамаҡта һәм Белоретта урынлашҡан. Сабыйҙар был йорттарҙа ваҡытлыса йәшәй. Былтыр баш ҡалала 115 сабый ҡабул ителгән, 116 -һын ғаиләгә алғандар. Нисек кенә булмаһын, тыуған өй йылыһын бер ни ҙә алмаштыра алмай. Бындағы үҙ-үҙен белә башлаған һәр сабый көн дә үҙен килеп алыуҙарын көтә һәм хыялындағы йортон төҙөй.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ