Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары башҡорт телендә донъя күрҙе

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың көнсығыш классикаһы тәржемәләре китап булып баҫылып сыҡты. Ижадсы ҡалдырған ҡулъяҙмалар үҙгәртелмәй, сканер аша үткәрелеп, аҡ ҡағыҙ биттәрендә нисек бар шулай нәшер ителде.

Фото №1 - Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары башҡорт телендә донъя күрҙе

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың улы Азамат Ғарипов күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы. Хәҙер уның атаһының ҡулъяҙмалары менән һәр кем таныша ала. Был ҡағыҙ биттәрендә фарсы шағиры, фәйләсүф Ғүмәр Хәйәм робағиҙарының рус һәм башҡорт телдәрендәге тәржемәләре урын алған. Фәнни хеҙмәткә тиң китап айырым бер энциклопедияны хәтерләтә. Әлеге мәлдә ҡулъяҙмаларҙың төп нөсхәһе Азамат Рәми улында һаҡлана.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте шағир ҡулъяҙмаларын китап итеп баҫтырҙы. Тиражы - 500 дана. Ғүмәр Хәйәмдең алтын фонды тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә. Робағиҙарҙы аңлап, халыҡҡа еткереү ҙә оло талант талап итә. Рәми Ғарипов ҡулъяҙмаларында рус тәржемәселәренең эштәрен туплауҙан тыш, үҙе лә һәр робағиҙы башҡорт теленә тәржемә иткән.

Ҡулъяҙмаларҙың күсермәһе Рәми Ғарипов ижадын өйрәнеүселәр өсөн айырыуса ҡиммәтле баҫма. Киләсәктә уға таянып ғилми тикшеренеүҙәр алып барырға мөмкин, ти белгестәр.

Яңы китап менән тиҙҙән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала һәм район-ҡалалар үҙәк китапханаларында танышырға мөмкин буласаҡ. Ҡулъяҙмаларҙың күсермәләре һатыуға сығарылмай.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ