15 мартта физика-математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, М.В. Ломоносов ис. МДУ ректоры, Рәсәй ректорҙар союзы Президенты Виктор Садовничий М. Аҡмулла ис. БДПУ-ла булды.
Виктор Садовничий Башҡортостандың Атҡаҙанған фән эшмәкәре, Республиканың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премия лауреаты. Уның ярҙамында Башҡортостанда функциональ анализ буйынса фәни мәктәп төҙөлгән.
Осрашыуҙа киләһе йыл, Өфөлә, Рәсәй ректорҙары союзының киңәйтелгән ултырышын үткәреү планлаштырылды. Шулай уҡ В.А. Садовничий М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының Почетлы профессоры исеменә лайыҡ булды.





