Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы Бөтә Рәсәй хореография конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булды

Ил президенты ҡарамағындағы «Ал елкән» мәҙәниәт фонды ойошторған сарала Рәсәйҙең алдынғы ижади коллективтары сығыш яһаны. Башҡортостан намыҫын йәш ғәскәровсылар яҡланы. Яҡташтарыбыҙ башҡорт һәм испан бейеүҙәрен башҡарып «Замансалаштырылған халыҡ бейеүе» номинацияһында беренсе урын яуланы

Шулай уҡ, проекттың «Иң яҡшы хореографы» исеменә йәш ғәскәровсыларҙың педагогы Регина Ғиззәтуллина лайыҡ булды. Ул диплом һәм 25 мең һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнде. Сочиҙағы еңеү быйыл октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк хореография конкурсының финалында ҡатнашыу хоҡуғын бирҙе. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә балалар студияһы 2008 йылдан эшләй. 10 йыл эсендә йәш бейеүселәр республика, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты исеменә лайыҡ булған.

Авторы: Азат Ғәлиуллин