Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселеге менән осрашыуҙа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Рәсәй Президенты һайлауҙарына тулыһынса әҙер булыуын иғлан итте.

Һәр ваҡыттағыса республикала һайлау кампанияһы юғары ойошҡанлыҡта үтте.

Шулай уҡ һайлау көнөндә Учалы ҡалаһында бер һайлау участкаһы ике сәғәткә иртәрәк асыла. Башҡа һайлау урындары эшен иртәнге һигеҙҙә башлаһа, улар 6-ла башлай. Был Учалы тау байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре эш сменаһы башланғансыға тиклем һайлап өлгөрөһөндәр өсөн ойошторола.