Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылында төрлө быуын-ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған. Сигелгән, бәйләнгән, туҡылған әйберҙәрҙән тыш, заманса ысулдар менән эшләнгәндәре лә бихисап. Тарҡаҙы ауылында йәшәгән ҡул оҫталары менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.
«Оҫта ҡулдар» түңәрәгенә йөрөүсе һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенең ҡул эштәре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Сәскәләрҙән композицияны улар күңел биреп, иң сағыу төҫтәрҙе ҡулланып башҡарған. Оҫтаханала иң өлкәне Зәриә Шәймәрҙәнова. Һикһәнде артылған ағинәй ун йәшенән ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Кейемдәр наҡыҫ заманда ҡалған ғәҙәтен бөгөн дә ташламай. Ошо йәшенә тиклем яҡындарына һарыҡ йөнөн сиратып еп ерләй һәм ойоҡбаштар бәйләй.
Тарҡаҙы килендәре лә ҡул эштәрендә ҡәйнәләренән ҡалышмай. Фатима Собханҡолова төп һөнәре буйынса ашнаҡсы. Сәсеү миҙгеле башланғансы ул ҡул эштәре менән мәшғүл. Өҫ, баш кейемдәрен күп осраҡта яҡындына үҙе бәйләп бирә.
Был сувенирҙарға халыҡта ҡыҙыҡһыныу көслө. Бәләкәй, әммә мәғәнәле сувенир-бүләктәр социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыусыларҙа бик популяр. Һәр йортта тиерлек һарыҡ аҫраусылар бар. Кейеҙ әйберҙәр етештереүҙә һәр хужабикә өсөн сеймал етерлек. Тарҡаҙы оҫталары баҫҡан кейеҙ сарыҡтар үҙенсәлекле нағыштары менән дә айырылып тора.
«Быйма-крәҫтиәндәрҙең генә аяҡ кейеме» тигән фекер менән килешмәй Лилиә Шәймәрҙәнова. Шуға ла Тарҡаҙыла боронғо шөғөл-кейеҙ баҫыуҙы тергеҙеүгә тотонған. Әлегә үҙенсәлекле, экологик яҡтан таҙа материалдан һаулыҡ өсөн файҙалы сарыҡтар етештерәләр. Ауыл ерендә һарыҡ аҫраусылар менән бергә был килемле һәм ижади шөғөлдә тағы киңәйтергә иҫптәре.
Ҡул көсө, күңел матурлығы, күҙ нурҙары һалынған эштәр Республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа 130-ҙан ашыу призлы урындар яулаған. «Арт старт», «Тыуған яҡ биҙәге» конкурстары олоһо-кесеһенә артабан да яңы илһам, дәрт менән ижад итергә мөмкинлектәр бирә.





