Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар өсөн тауыш биреү 18 март - Рәсәй Президентын һайлау көнө сиктәрендә үтә

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө программаһында ҡатнашырға республиканың 24 районы теләк белдергән. Тауыш биреү исемлегенә төҙөкләндереү талап ителгән 109 йәмәғәт урыны индерелгән. Проектта Өфөнән генә тиҫтәләгән парк-сквер һәм урамдар бар.

Альфред Зиннәтуллин, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары: «Исемлектәге проекттарҙан тыш, һайлаусылар үҙ тәҡдимдәрен дә индерә ала. Бының өсөн бюллетендәрҙә махсус пункт булдырылған. Программа биш йылға иҫәпләнгән. Шуға ла бар тәҡдимдәр ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмаясаҡ».

Программаға ингән йәмәғәт урындарының дизайн-проекты менән республика район хакимиәттәренең рәсми сайтында танышырға мөмкин. Алдан хәбәр ителеүенсә, проекттар тауыш биреү йәкшәмбе көн һайлау участкаларында ойоштороласаҡ. Сарала 14 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала.

Автопы: Азат Ғәлиуллин