15 мартта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Марат Мәһәҙиев ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ултырыш үткәрҙе.
Кәңәшмәлә 2018 йылғы ташҡынға әҙерлек буйынса һорауҙар күтәрелде.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кешеләр йәшәгән ерҙәрҙе һыу баҫыуы әлегә көтөлмәй, әммә ҡаһы-бер йылғаларҙың ныҡ ташыуы ихтимал. Барыһы ла яҙҙың нисек килеүенә бәйле.
Күҙаллауҙар тулыһынса март аҙағында асыҡланасаҡ. Әлегә бөтә иғтибар синоптиктарға төбәлгән.
Өфөлә һауа торошоноң 0-дән юғарыраҡ күтәрелеүе 7-8 апрелдә көтөлә.





