Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәүсе Юлай Бикбов өс баланы дөрләп янған йорттан сығарып, ҡазанан ҡотҡара

Ут сыҡҡанда кескәйҙәрҙең ата-әсәһе өйҙә булмай, бәхеттәренә, уларҙың йортонда «ҡыҙыл әтәс» уйнауын ауылдаштары күреп ҡала. Тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡырталар. Иң мөһиме - ут ҡапҡанына эләккән кескәйҙәр имен ҡала, уларҙың сәләмәтлегенә бер ни ҙә янамай. Ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгән. Исҡужиндар ғаиләһенең йорто урынында хәҙер көл-күмер генә. Фаразланыуынса, ут сығыуға электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булған.

Фото №1 - Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәүсе Юлай Бикбов өс баланы дөрләп янған йорттан сығарып, ҡазанан ҡотҡара

Зиләрә Нурғәлина-Исҡужина, зыян күреүсе: «Иҫке өйҙә йәшәнек. Яңыраҡ газ үткәргәйнек. Бәлә килде, өйөбөҙ янды. Бикбов Юлайға рәхмәт. Балаларымды ҡотҡарҙы».

Әлегә Исҡужиндар ғаиләһе туғандарында йәшәй. Улар торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Балаларҙы бәләнән ҡотҡарыусы ауылдаштары Юлай Бикбов иһә ут сыҡҡан 8 март көнөндә урындағы мәҙәниәт йортонда ойошторолған байрам тамашаһын ҡарап ҡайтып килгән була. Ҡара төтөн сыҡҡан йортто күреп ҡалыу менән ул ут эсендә кешеләр булыу ихтималлығын уйлап, янған йортҡа табан йүгерә.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ