Өфөлә ағалы-ҡустылы бер туған Кәбир һәм Фазыл Туйкиндар иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте

Уҙған быуат башында уларҙың өлкәне Кәбир Туйкин төрки телле халыҡтар араһында билдәле яҙыусы, уның ҡустыһы Фазыл Туйкин фолькорсы булараҡ танылыу алған. Үҙ заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе мәктәп-мәҙрәсәләрҙә математика фәнен дә уҡыта. Фазыл Туйкин шулай уҡ ауыл театрҙарын ойоштороу эшендә лә ҡатнаша, шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уның күп кенә әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күрә. 30-сы йылдарҙа ағалы-ҡустылы Туйкиндар «халыҡ дошманы» булыуҙа ғәйепләнеп, репрессия ҡорбандарына әйләнә.

Фото №1 - Өфөлә ағалы-ҡустылы бер туған Кәбир һәм Фазыл Туйкиндар иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте

Рәйлә Туйкина, Кәбир Туйкиндың ейәнсәре: «Хәтер кисәһенә тип Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Туйкиндарҙың 13 ейән-ейәнсәренең 9-ы килә алды. Аңлатып бөткөһөҙ тәьҫораттар кисерәм. Ошо көндә Кәбир Туйкинға арналған китаптың исем туйын уҙғарыуға ла бик бәхетлебеҙ».

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ