Бөгөн Ҡалтасы районында үҙешмәкәр коллективтар, предприятие һәм ойошмалар араһында конкурс уҙа. Быйылғы мәҙәни сара республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арнала. Шунлыҡтан конкурста төбәктә йәшәүсе йыр-моңға ғашиҡ йәше лә, олоһо ла ҡатнаша.
Район мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәре барһа ла, йыл һайын даими уҙғарылып килгән йыр-моң бәйгеһенә был ҡаршылыҡ була алмаған. Тиҫтәләгән үҙешмәкәр коллектив мәктәп, кинотеатр, балалар баҡсаларында репетицияларға йөрөп, конкурсҡа ныҡлы әҙерләнә. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, моң көсө район халҡын тағы ла берләштереп, эшкә илһамландыра.





