Дыуан районында эшләп килгән мордва коллективы «Халыҡ» ансамбле исемен яуланы

Фольклор коллективына райондың Михайловка ауылында 1985 йылда нигеҙ һалына. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, шул ваҡыттан алып, Михайловкала уҙған бөтә сараларҙа коллектив әүҙемлек күрһәтә. Ололар, уҡыусылар һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмдәренән торған ансамбль бөгөн дә республика район-ҡалаларында ойошторолған фестивалдәрҙең даими ҡатнашыусыһы.

«Килейне» мордва коллективы репертуарында шулай уҡ рус, татар халыҡ йырҙары бар. 250-ләп кеше иҫәпләнгән Михайловка ауылында төрлө милләт кешеләре йәшәй. Әйткәндәй, сәхнә кейемдәрен коллектив ағзалары үҙҙәре теккән, ә балалар костюмдарын әҙерләүгә ата-әсәләр, уҡытыусылар булышлыҡ иткән.

Авторы: Фәниә Юланова