Өфөлә асылған Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге һуңғы 40 йыл эсендә төҙөлгән иң ҙур энергетик объект булды

БСТ каналына биргән ҙур интервьюһында Рөстәм Хәмитов республиканың энергетика тармағы торошо тураһында һөйләне. Затон йылылыҡ-энергетика үҙәген һуңғы 40 йыл эсендә төҙөлгән иң күләмле ваҡиға булыуын билдәләне.

Башҡортостан өсөн Затон йылылыҡ-энергетика үҙәген асыу тарихи ваҡиға. Был объектта һуңғы ике йыл эсендә яңы етештереү ҡеүәттәре сафҡа индерелде.

Ғөмүмән, 2017 һәм 2018 йылда 870 мегаватт яңы етештереү ҡеүәттәре сафҡа индерелде. Был республика өсөн бер-нисә йәһәттән бик мөһим. Беренсенән, һуңғы йылдарҙа электроэнергияны Башҡортостан ситтән һатып ала ине. Яңы станциялар төҙөү менән электроэнергияны етештереү һәм сарыф итеү тигеҙләнер, тип уйлайбыҙ.

Рөстәм Хәмитов

Яңы станциялар электр ҡеүәтен башҡа төбәктәргә лә һатасаҡ. Яңы станция Башҡортостандың энергосистема ныҡлығын күпкә ҡеүәтләндерҙе.

Өс йыл элек ярты республиканың электр энергияһыҙ ҡалыуын барыбыҙ ҙа иҫләйбеҙ. Ике яңы етештереү ҡеүәтенең сафҡа инеүе төбәктең энергосистемаһына өҙлөкһөҙ эшләргә мөмкинлек бирә. Авария шарттары булмаясаҡ.

Рөстәм Хәмитов

Һис шикһеҙ яңы станциялар төбәктә төҙөлөш тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Рөстәм Хәмитов Затонда асылған яңы станция Өфөгә артабан үҫешергә мөмкинлектәр асыр, тигән өмөт белдерә.

Фото №1 - Өфөлә асылған Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге һуңғы 40 йыл эсендә төҙөлгән иң ҙур энергетик объект булды
Волна
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ