2030 йылға Башҡортостан халҡы уртаса 80 йыл йәшәйәсәк

Рөстәм Хәмитов БСТ каналына ҙур интервью биргән ваҡытта, республикала ғүмер оҙонлоҙо тураһында һорау күтәрҙе. 2030 йылға уртаса йәшәү дауамы 80 йәшкә етергә тейеш, тине ул.

Владимир Путиндың Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендәге мөһим тезистар тураһында фекерләп, Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты бөтөн ил өсөн мөһим һәм глобаль маҡсаттар ҡуйыуын билдәләне. Республика Башлығы фекере буйынса, уртаса ғүмерҙе 80 йәшкә тиклем еткереү реаль күренеш.

– Бының өсөн яҡшы медицина, халыҡтың үҙ һаулығына ҡарата аныҡ мөнәсәбәт кәрәк, йәғни беҙҙең йәмғиәт уҡымышлы, мәҙәниәтле булырға тейеш. Был мәсьәләне хәл итер өсөн ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла яҡшы мөхит булдырыу, сифатлы йорттар төҙөү кәрәк. Ғөмүмән, иғтибарҙы кешегә йәлеп итеү, йәғни һәр гражданин үҙен илендә тыныс, дәрәжәле һәм яҡшы итеп тойорға тейеш, быларҙың барыһы ла Президенттың мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраны, ул киләсәккә ышаныс уята. Ҡуйылған пландарҙың финанс яҡтан да нығытылғаны күренә. Йәшәү кимәлен, тимәк ғүмер оҙонлоғон арттырыу өсөн триллион һумдар бүлеү ҡарала. Аҡса төбәктәргә бүленәсәк, беҙҙең республика ла дәүләт тарафынан дөйөм үҫеш өсөн һәм социаль сфераға ярҙам аласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы 2017 йылда ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһының үҫеш стратегияһы” Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән маҡсаттарға тап килә, тине.

Фото №1 - 2030 йылға Башҡортостан халҡы уртаса 80 йыл йәшәйәсәк
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ