БСТ каналына биргән ҙур интервьюһында Рөстәм Хәмитов өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданғандар темаһын да ситләп үтмәне. Һәр береһе өсөн борсолоуын белдерҙе.
Төбәк хөкүмәте бында граждандар ғына түгел, төҙөүселәр йәһәтенән чиновниктарҙың да алданыуын күрә. Ҡайһы саҡта финанс пирамида принцибына ҡоролған мутлашыу схемалары арҡаһында ҡаза күргән халыҡ менән республика власы тулыһынса риза.
– Хөкүмәт өсөн был мәсьәлә финанс, ойоштороу һәм әхләки йөкләмә. Ҡайһы ваҡыт һәр көн ҡаршылыҡ акциялары һәм аслыҡ иғлан итеү менән ҡурҡыталар. Кисә генә телефон аша ошондай юлға барыусылар менән һөйләштем. Мин улар менән үҙем аралашам һәм улар кеүек үк борсолам. Был төҙөүселәр йәһәтенән тыуҙырылған уртаҡ проблема, – тине Рөстәм Хәмитов.
Бөгөн рәсми реестрҙа өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданған мең ярым кеше иҫәптә тора. Дөйөм алғанда хәүеф зонаһында алты мең ҡатнашыусы, йәғни алты мең фатир. Әгәр һәр фатир, дөйөм алғанда, 1,5-2 миллион һум торһа, проблеманы хәл итер өсөн 10-12, хатта 15 миллиард һум кәрәк буласаҡ, тип хисапланы Рөстәм Хәмитов.
– Анализ үткәрелде һәм беҙ 2017 йылда уҡ алданған дольщиктар буйынса төҙөлгән программаны тормошҡа ашырыуға тотондоҡ. 2018 йыл дауамында яҡынса ярты объектты тамамлаясаҡбыҙ, 2019 йылда тағы 30-35 процентты, ә ҡалған 15-20% 2020 йылда. Әммә беҙҙең маҡсат кешеләргә йәшәргә урын биреү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бында ла спекуляция күрәбеҙ. Үҙҙәренең алданған клиенттарын протест акцияларына сығырға, аслыҡ иғлан итергә өгөтләгән төҙөүсе компаниялар ҙа бар, улар бюджеттан аҡса алыуға өмөт итә, - тине Башҡортостан Башлығы.
Муниципаль берәмек етәкселәре лә намыҫһыҙ төҙөүселәр һәм уларҙан алданған кешеләр өсөн яуаплылыҡ алып барырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел, мәҫәлән, Өфө.
– Төҙөүгә рөхсәт биреү, майҙансыҡтар билдәләү, конкурс ойоштороу муниципалитет ҡарамағында. Ә Республиканың быға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Әммә плакаттар тотоп кешеләр бында, Аҡ йортҡа килә. Алданған кешеләр менән аралашҡанда улар миңә: “Беҙҙе Һеҙҙән башҡа яҡлаусы юҡ”, тиҙәр. Шуға ла улар бында килә. Беҙ был яҡлауҙы юридик, финанс һәм ойоштороу йүнәлештәрендә башҡарабыҙ. Мәсьәләне беҙ хәл итербеҙ, хәл итергә тейешбеҙ, беҙҙең башҡа вариантыбыҙ юҡ, ваҡыт ҡына кәрәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.