БСТ каналына биргән ҙур интервью сиктәрендә Башҡортостан Башлығы, был һайлауҙар бөтә ил тормошонда иң мөһим сара, тип белдерҙе. Республика һайлау үткәрергә тулыһынса әҙер.
Алда үткәрелгән һорауламалар буйынса һайлауҙарға килеү оптимистик һандар күрһәтә. 18 мартта беҙҙең алда торған төп бурыс - һайлауҙарҙың яҡшы үтеүенә бөтә шарттар булдырыу.





