Рөстәм Хәмитов: Башҡортостан һәр саҡ Владимир Путиндың ярҙамын тоя

БСТ каналына биргән ҙур интервьюла Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының яңыраҡ Өфөгә килеүе тураһында һөйләне. Владимир Путин һәр саҡ ябай халыҡтың пробемаларына кешесә ҡарай, тине ул.

Республика Башлығы билдәләүенсә, Президент һәр төбәктең проблемаларына иғтибарлы. Башҡортостан менән ул йылы мөнәсәбәттә.

– Президенттың ысынбарлыҡҡа ҡарата мөнәсәбәте һәр саҡ һоҡландыра. Ул һәр ваҡыт тәү сиратта халыҡты ни борсоғанын, төбәктә ниндәй хәл ителмәгән һорауҙар барлығын һәм был мәсьәләләрҙе сисер өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген һорай. Президент һәр саҡ асыҡ, уның менән бөтә темалар буйынса кәңәшләшергә мөмкин, - тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов: “Һорауҙар һәм тәҡдимдәр һәр саҡ объектив ҡарала. Президент тарафынан бойороҡтар йә Хөкүмәт рәйесенә, йә премьер-министр урынбаҫарҙары һәм министрҙарға тапшырыла. Беҙ һәр ваҡыт Президенттың ярҙамын тоябыҙ”.