Өфө халҡы йылылыҡ өсөн юғары хаҡ менән квитанциялар алды

Март квитанцияларында йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуы күҙәтелгән. Был йәһәттән Өфө ҡала хакимиәтенә ялыуҙар күбәйгән.

Фото №1 - Өфө халҡы йылылыҡ өсөн юғары хаҡ менән квитанциялар алды

Ҡала властары хәбәр итеүенсә, йылылыҡ өсөн тарифтар артмаған. Ҙур сумма техник хата арҡаһында барлыҡҡа килгән. Мәсьәлә бөгөн-иртәгә хәл ителәсәк, тигән комментарий бирә Торлаҡ-хужалыҡ идаралығы.

Хаталы квитанция алыусыларға үҙ райондарындағы торлаҡ хужалығына йәки Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Волна
Акции БСТ