Өфөлә балалар күп ҡатлы йорт ҡыйығында уйнай

Ғүмер өсөн хәүефле уйынды Өфө ҡалаһында йәшәүсе кеҫә телефонына төшөрөп интернетҡа һалған.

Инцидент кисә, 15 мартта, Донской урамында булған. Видеола балаларҙың туғыҙ ҡатлы йорт башында йөрөүе, ә аҙаҡ күрше йорттоң ҡыйығына һикереүе күренә. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамлана.

Социаль селтәр ҡулланыусылары был ҡылыҡҡа кире ҡарашын белдерә.

“Был хәл Донской урамы, 40 адресы буйынса теркәлде. Киске биш тирәһендә күреп ҡалдым. Әхирәтем улар көн һайын шулай бер йорт ҡыйығынан икенсеһенә һикерә, ти. Ҡыйыҡҡа илткән ишеккә йоҙаҡ ҡуялар, ә улар уны емерә”, - тигән комментарий бирә видео авторы.