Ярҙарынан сығыу хәүефе булған йылғаларҙа гидропостар урынлаштырыласаҡ

Автоматлаштырылған ҡоролмалар һыу кимәлен билдәләп ташҡын хәүефе тураһында иҫкәртәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдә халыҡты иҫкәртеү ҡоролмалары менән берлектә эшләүсе постар бәләнән аралаясаҡ, ти белгестәр.

Республикала һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындар байтаҡ. Шуларҙың береһе Белорет районының Ғәбдөк ауылы. Көтмәгәндә ярҙарынан сығырға ғәҙәтләнгән Инйәр йылғаһына гидропостар тәү сиратта урынлаштырыласаҡ. Йәмғеһе, автоматлаштырылған ҡоролмаларҙы һигеҙ йылғала ун дүрт урында ҡуйыу күҙаллана.

Быйыл республика йылғаларында һыу кимәле уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк. Шулай ҙа тынысланырға ярамай, ти белгестәр. Март айы аҙағына тиклем һалҡын торасаҡ. Боҙ апрелдә китеүе көтөлә. Шулай ҙа ташҡынды иҫкәртеү эше әленән үк башланды. Һыуһаҡлағыстар, ярҙарынан сығыу хәүефе булған йылғаларҙа ҡотҡарыусылар уҡыуҙары үтә, техника әҙерлеге тикшерелә.

Авторы: Айнур Кәбиров