Йәмәғәтселектән һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Башҡортостан халҡының 80 проценты төбәктә йәшәү кимәлен ыңғай баһалай

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың тормош сифаты яҡшыра. Һандарға күҙ һалғанда, былтыр 35 мең тирәһе яңы фатир алынған, ә бына автомобилдәр һатыу күләме хатта, 30 процентҡа артҡан. Был турала бөгөн Республика Башлығы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Һәм «Рәсәй 24» каналдарына биргән интервьюһында белдерҙе.

Төбәктең иҡтисады тотороҡло үҫеш юлында, тине Рөстәм Хәмитов. Төп күрһәткес - граждандарҙың матди хәле яҡшырыуы. Кешеләрҙең шәхси банк иҫәптәрендә 360 миллиард һум тирәһе аҡса һаҡлана, был төбәктең ике йыллыҡ бюджеты тигән һүҙ.

Рөстәм Хәмитов төбәктәге төп проблемаларҙы ла билдәләп үтте. Иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар менән бәйле. Был категорияға әле рәсми рәүештә 1500 ғаиләне индерергә мөмкин. Хәүеф зонаһында иһә иҫәп тағы ла күберәк, 6 меңгә барып етә. Проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү өсөн кәм тигәндә 10-12 миллиард һум аҡса талап ителә. Рөстәм Хәмитов шуға күрә лә өлөшләтә төҙөлөштән проект финанслауына күсеү идеяһын хупланы, был осраҡта яуаплылыҡ кешеләр иңенә түгел банктарға ятасаҡ. Әле иһә мәсьәләне республика етәкселегенә хәл итергә тура килә. Оҙайлы төҙөлөштәрҙең күбеһе быйыл уҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, ҡалған объекттарҙы иһә 2020 йылға тиклем сафҡа индереү ҡаралған, тине Республика башлығы. Рөстәм Хәмитов халыҡты мутлашыусылар ыңғайына тормаҫҡа саҡырҙы.

Авторы: Рәмзиә Кәримова