Быйыл ул заманса баҙарҙы асыҡ һәм ғәҙел итәйек тигән девиз аҫтында үтә.
Клиент һәр саҡ хаҡлы тиһәләр ҙә, уның хоҡуҡтары боҙолған осраҡтар ҙа күҙәтелә. Ошондай мәлдә тап ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусылар ярҙамға килә лә инде. Былтыр төрлө тармаҡтарҙа күрһәтелгән хеҙмәтләндереү, аҙыҡ-түлек, тауар сифатына зарланып 7 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың күбеһе, йәғни 230 ғариза элемтә кимәленә ризаһыҙлыҡ белдереүселәргә тура килә. Шулай уҡ медицина, торлаҡ-коммуналь өлкәлә хеҙмәтләндереү сифатына зарланыусылар ҙа байтаҡ. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын боҙоу буйынса ялыуҙар нигеҙендә судтарға мөрәжәғәт ителгән, консультатив ярҙам күрһәтелгән, 5 миллион һумға яҡын штраф һалынған. Идаралыҡ белгестәре әйтеүенсә, кеше үҙ хоҡуҡтарын белергә тейеш.
Татьяна Русинова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Беҙҙең белгестәр ошо маҡсатта төрлө семинарҙар, лекциялар ойоштора, төпкөл ауылдарға барып осрашыуҙар ҙа үткәрәбеҙ. Ҡыҙыу линия буйынса ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Хеҙмәтләндереү баҙарында асыҡлыҡ, ғәҙеллек булһын өсөн кеше үҙ хоҡуҡтарын, ҡануниәтте белергә тейеш».





