Донъя яңылыҡтары - 15.03.2018

Сираттағы «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы» саммиты Силәбе ҡалаһында үтәсәк. Был турала ил президенты Владимир Путин «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» форумы еңеүселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Был ҡарарға килгәндә төбәк етәкселеге һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең үтенесе иҫәпкә алынды, тине Дәүләт башлығы.

ХХХ

Лондонға яуап аҙым. Бер нисә көн элек Бөйөк Британия Премьер-министры Тереза Мэй Лондонда ҡасып ятҡан Сергей Скрипалдең үлемендә Рәсәйҙе ғәйепләп, 23 дипломатты кире Мәскәүгә ҡайтарғайны. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров был ғәйепләүҙе бөтөнләй урынһыҙ тип билдәләне һәм Лондонға яуап итеп Бөйөк Британия дипломаттары ла илдән сығарыласаҡ, тип белдерҙе.

ХХХ

Яҡутстанда алтын яуған. Мәғлүмәт агентлыҡтары яҙыуынса, бөгөн иртән төбәк аэропортынан һауаға күтәрелгән самолеттың йөк лифты сафтан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә бортҡа тейәлгән барлыҡ алтын осоу һыҙатына төшә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, самолеттан 20 миллиард һумлыҡ алтын ҡойолған. Әлеге ваҡытта төшөп ҡалған йөк тулыһынса йыйылған һәм һаҡ аҫтына алынған.

ХХХ

Рәсәй хөкүмәте транспорт сараларында ғауға ҡуптарыусыларға юғары административ яуаплылыҡ индереүе ихтимал. Һүҙ 50 мең һумға тиклем штраф, йә иһә 15 тәүлеккә иректән мәхрүм итеү тураһында бара. Бынан тыш. авиакомпанияларға тәртип боҙоусы пассажирҙарҙы ҡара исемлеккә индереү ҙә рөхсәт ителәсәк.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин