Республика социаль-иҡтисади үҫеш юлында

Башҡортостан фәндәр академияһының стратегик тикшеренеүҙәр институты башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренә стратегик сессиялар ойошторҙо.

Уҡытыу яңы форматта үтте. Төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәре төбәктең «2030 йылға тиклем иҫәпләнгән үҫеш стратегияһы»н тормошҡа ашырыу буйынса яңы юлдар эҙләне. Өс көн дауамында «Иҡтисадтың реаль секторы», «Кешелек потенциалы», «Дәүләт идаралығы», «Район-ҡала биләмәләренең тотороҡло үҫеше» йүнәлештәре буйынса рапид-форсайт режимында дәрестәр уҙғарылды. Йәғни, команда эшенә ҙур иғтибар бүленде. Маҡсаттағы киләсәк образын деталләштереп, уны тормошҡа ашырыу технологияларын билдәләү - үҙенә күрә яуаплы ла, ҡатмарлы ла йөкләмә.

«Стратегия 2030» программаһы федераль кимәлдә ҡабул ителгәндән һуң, һәр бер министрлыҡ һәм ведомствоның социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешендә айырым документтары барлыҡҡа килергә тейеш. Стратегик сессияларҙың ойошторола башлауы - ошо йүнәлештә белгестәрҙе әҙерләүгә ҡоролған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе булһынмы, белем биреү системаһымы - башҡарма власть органдары ғына түгел, муниципалитеттар ҙа үҙҙәренең эшмәкәрлеген алдан күреп башҡарырға тейеш.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина