Иманға ҡайтырға бер ваҡытта ла һуң түгел

Бөгөн Өфөләге 9-сы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында намаҙ уҡыу урыны асылды. Әлеге тиклем хөкөмгә тарттырылыусы мосолмандар дини ғәмәлдәрҙе тейешле шарттар булмаған бәләкәй генә бүләмәлә үтәгән. Тәүбәгә килергә теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып учреждение етәкселеге яңы иман йорто төҙөргә ҡарар иткән. Тимер рәшәткә артында яңғыраған тәүге аҙан тауышына беҙҙең ижади төркөм дә шаһит булды.

Фото №1 - Иманға ҡайтырға бер ваҡытта ла һуң түгел

9-сы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында аҙан тауышы яңғырай. Заманса йыһазландырылған намаҙ уҡыу бүлмәһе дин тотоусылар менән шығырым тулы. Әлеге ваҡытта сәнскеле сым менән уратып алынған биләмәлә меңдән ашыу хөкөм ителеүсе иҫәпләнә. Уларҙың биш процент самаһы дингә аяҡ баҫҡан.

Әлеге ваҡытта илдең барлыҡ холоҡ төҙәтеү колонияларында ла «Доға ҡылыу аҙналығы» бара. Үҙенсәлекле акцияға федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ла ҡушылған. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, бөгөн республикағы намаҙ уҡыу бүлмәләренә 400-ҙән мосолман йөрөй. Иректәренән мәхрүм ителгән кешеләр өсөн бындай урындар ҡылынған енәйәттәре өсөн үкенес белдертеп, күңел тыныслығы табырға ярҙам итә.

Хөкөм ителеүселәрҙе намаҙ уҡыу бүлмәһенә йөрөргә бер кем дә өгөтләмәгән. Күңеле тартылған кеше ҡайҙа ла булһа мәсеткә йөрөргә тырыша. Бәлки, беҙгә яҡшылыҡты аңлап, уның ҡәҙерен белер өсөн яман юлдарҙы үтергә яҙғандыр, ти тимер рәшәткә артында ултырыусылар. Әммә иреккә сыҡҡандан һуң да улар диндән айырылмай, изгелек ҡылып йәшәргә ниәтләй.

Исламды үҙ итеүселәр яңы бүлмәнең асылыуына ҡыуанып бөтә алмай. Хәҙер улар йома намаҙҙары ла шарттына тура килтерелеп үткәрелер тигән ышаныс белдерә. Әммә ниндәй генә уңайлыҡтар тыуҙырылыуға ҡарамаҫтан бында эләгеүселәрҙең һәр береһе ваҡытынан алда иреккә сығыу тураһында хыяллана.

Авторы: Илдар Байбулатов

Волна
Акции БСТ