«Русфонд», «Мәрхәмәт» фондтары һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берлектәге хәйриә акцияһы ярҙамында меңәрләгән балаларға ярҙам күрһәтелә

Бөгөнгә сюжетыбыҙ геройы Дәүләкән ҡалаһынан, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе 3 йәшлек Ралина Ситдиҡова. Тыумыштан микроцефалия, симптоматик эпилепсия менән интегеүсе балаға кресло -коляска һатып алыу өсөн матди ярҙам талап ителә.

Дәүләкән ҡалаһынан Руфина Ситдиҡоваға йөклө ваҡытында аҙ ҡанлылыҡ, бронхит, ҡарындағы яралғыға гипоксия диагноздары ҡуйылған. Баланы ла ауырлыҡ менән таба. Өфөнөң 6-cы дауаханаһында донъяға килгән ҡыҙы бик хәлһеҙ булып тыуа. Апгар шкалаһы буйынса 2/3 балл ҡуйыла. Ралина тыуыу менән мәрткә китә. Уны реанимацияға һалалар. Өсөнсө тәүлеккә баланың мейеһенә ҡан һауа. Етенсе тәүлеккә иҫенә килгәндән һуң, сабый баш мейеһе гематомаһы, ике яҡлы пневмония менән Республика балалар клиник дауаханаһына күсерелә. Бында кескәй Ралинаның йөрәгенә операция яһайҙар. Әсә кеше балаһын төрлө дауалау учреждениелары аша үткәрә. Биш айҙа тәүге дауалау курстарын үтә.

Өс йәшенә тиклем ҡыҙҙың ата-әсәһе табиптар ҡушҡан бөтә дауалау курстарын да теүәл үтәй. Даими невропатолог күҙәтеүендә булыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Баш мейеһендәге гематома бөтә, уның урынына һыулы шеш барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта нейрохирургтар тәғәйенләгән медикаменттар менән дауаналар, дәүләт һәм шәхси клиникаларҙа реабилитация курстары үтәләр. Ралина башын тота, әйләнә, тик әсәһе ярҙамы менән шыуыша ала, ҡул мускулдары ла бик әкрен үҫешә. Өфөлә даулау учреждениеларына йөрөү күпкә уңайлыраҡ, шуға ла апаһы Зилә Камалетдинова фатирында йәшәйҙәр.

Ралинаны саф һауала һәм реабилитация үҙәктәрен йөрөтөр өсөн уның ата-әсәһенә уңайлы, еңел, мобиль кресло һатып алыу ихтыяжы ҙур. Мобиль кресло 139 097 һум тора. Атаһы осраҡлы эштәрҙә генә мәшғүл, әсәһе Руфина ҡарауға һәм тәрбиәгә мохтаж ҡыҙын баға. Өс йәшлек Ралина Ситдиҡоваға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Был хәйриә акцияһында ҡатнашыу өсөн экранда күргән 5542 һандарын йыйып «ДЕТИ» һүҙен латин йә кириллица хәрефтәре менән өҫтәп яҙырға кәрәк. СМС хәбәр хаҡы 75 һум.

Үткән сюжеттың геройы тыумыштан йөрәк етешһеҙлегенән интегеүсе 7 йәшлек Соня Стариковаға эндоваскуляр операцияға окклюдер һатып алыу өсөн 239 000 һум аҡса йыйылған. Ҡыҙҙың яҡындары мәрхәмәтлек күрһәткән кешеләргә оло рәхмәтен еткерә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова